Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда энергия һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә

Йәмғиәт

Башҡортостан вәкилдәре Волга буйы федераль округы төбәктәрендә энергия комплексы үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Рәсәйҙең Энергия министрлығы менән уртаҡ кәңәшмәлә «Энергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеге тураһында» федераль закондың округта тормошҡа ашырылыуы тикшерелде. Кәңәшмәне Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Галина Изотова алып барҙы.

Башҡортостандан Баш федераль инспектор Петр Капишников, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин һәм «Республиканың знергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеге технологияһы ғилми үҙәге» дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Денис Шаменин ҡатнашты. Башҡортостан энергия һаҡлау өлкәһендә саралар уҙғарыу өсөн байтаҡ бюджет средстволары бүлә. «2010-2014 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем осорға энергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу» комплекслы программаға республика бюджетынан 2011-2013 йылдарға 2 миллиард һумдан ашыу бүленгән, быйылға 421,4 миллион һум бүленгән. Энергияны һаҡлау сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн  Рәсәйҙең Энергия министрлығы 2011-2012 йылдарға 652 миллион һум бүленгән, ул әһәмиәтле ярҙам.

Республикала бюджеттан тыш финанслауҙы йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡарыла: энергия сервисы контракттары системаһы, инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы, шул иҫәптән, энергия һаҡлау, йылылыҡты тәьмин итеү өлкәһендә. Мотлаҡ энергия тикшеренеүҙәре уҙғарыла, йорттар иҫәп приборҙары менән йыһазландырыла. Бөгөнгө көнгә күп фатирлы йорттарҙы тәьмин итеү өлөшө һыу кеүек, электр һәм йылы энергия буйынса ла 100 процент тәшкил итә. Электр энергияһы буйынса йорттарҙы шәхси иҫәп приборҙары менән тәьмин итеү өлөшө 99,3 процент тәшкил итә, һыу буйынса – 59,5 процент.

Берҙәм төбәк мәғлүмәт системаһы булдырылған, ул энергия һаҡлау сараларын тормошҡа ашырыуҙан һөҙөмтәне билдәләргә һәм уларҙың бойомға ашырылыуын контролдә тоторға мөмкинлек бирәсәк.

Кәңәшмә барышында Галина Изотова, күпселек төбәктәрҙә энергия аудиты өлөшөндә эш тамамланған тиерлек, тип хәбәр итте. Уртаса округ буйынса энергияны өйрәнеү 89 процент ойошмаларҙа башҡарылған.

Шулай уҡ кәңәшмәлә энергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу төбәк программаларын тормошҡа ашырыуға Рәсәй Федерацияһы субъекттарына федераль бюджеттан быйыл субсидиялар бүлеү йомғаҡтары ҡаралды, тип хәбәр иттеләр Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть