10 декабрь, Шәмбе

14 март 2014 йыл, 12:13

Өфөлә ике федераль округ вәкилдәре хеҙмәт һағы мәсьәләләренә фекер алышасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында 18 мартта «Махсус кейем. Хеҙмәт һағы» VI махсус сәнәғәт күргәҙмәһе асыласаҡ.

— Был форум – бөгөн Башҡортостанда һәм яҡындағы төбәктәрҙә тематика йүнәлеше буйынса берҙән-бер икәнлеген иҫәпкә алғанда, төрлө сәнәғәт тармаҡтары белгестәре өсөн бик талап ителгән, — тип билдәләне БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

18 мартта был күргәҙмә сиктәрендә республиканың Профсоюздар федерацияһы Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы менән берлектә хеҙмәткәрҙәрҙең именлеге һәм хеҙмәт һағына арналған семинар уҙғарасаҡ.

Бынан тыш, 20 мартта, «Махсус кейем. Хеҙмәт һағы» күргәҙмәһенең һуңғы көнөндә, хеҙмәт шарттарының махсус баһаһын индереү мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә үтәсәк. Был теманы тикшереү өсөн Өфөгә Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан белгестәр киләсәк.

Кәңәшмәлә ойоштороу механизмдарын һәм хеҙмәт шарттарының махсус баһаһын үткәреү процедураһын, бындай баһалауҙы индереү буйынса ил субъекттарының башҡарма власть органдары бурыстарын тикшереү планлаштырыла. Бында шулай уҡ предприятиеларҙа хеҙмәт шарттарын баһалауҙы ойошторған ойошмаларға талаптарҙы, шулай уҡ был өлкәлә ҡануниәттең үтәлеше мәсьәләләрен ҡараясаҡтар.

Ике федераль округ семинар-кәңәшмәһендә Өфөлә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин, Хеҙмәт мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт, илдең Социаль страховкалау фондтары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Алдан хәбәр ителеүенсә, ошо йылдың 1 ғинуарынан алып федераль кимәлдә эш урындарын аттестациялауҙан хеҙмәт шарттарын махсус баһалауға күсеү ҡануни ҡаралған. Яңы законға ярашлы, Рәсәйҙә эш урындары дүрт категорияға бүленәсәк: «оптималь класс», «мөмкин булған класс», «зарарлы класс» һәм «хәүефле класс».