9 декабрь, Йома

14 март 2014 йыл, 11:24

Сәлиә Мырҙабаеваға Дәүләт Думаһы Рәйесе Рәхмәт хаты тапшырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкиндан Рәхмәт хаты менән Башҡортостандан депутат, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева бүләкләнде. Дәүләт Думаһында, күп балалы ғаиләләр абруйын, уларҙың Рәсәй йәмғиәте өсөн әһәмиәтен арттырыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған, «Күп балалы Рәсәй: Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәренең береһе. Дәүләттең заманса демографик сәйәсәтенең закондар тәьминәте», бөтә Рәсәй форумын әҙерләү һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан депутаттарҙы наградлау уҙҙы.

Форум Конституцияның һәм Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына 20 йыл тулыуға арналған саралар сиктәрендә уҙҙы. Илдең ғаилә сәйәсәтенең төп маҡсаттарының береһе балалары булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамын көсәйтеү, ғаилә институтын нығытыу булып тора. Ғаиләләргә, шул иҫәптән күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары, федераль кеүек, төбәк кимәлендә лә бар.

2007 йылдан алып Рәсәй өсөн ғаиләләрҙә икенсе йәки артабанғы бала тыуғанда, дәүләт ярҙамының яңы  өҫтәмә саралары — әсәлек (ғаилә) капиталы индерелгән.

Федераль ҡануниәткә өҫтәмәләр индереүгә ярашлы, өс йәки унан да күберәк балалары булған граждандар бушлай, шул иҫәптән шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн һатыуһыҙ, Рәсәй субъекттары закондарында ҡаралған хәлдәрҙә һәм тәртиптәрҙә ер участкалары алыу хоҡуғына эйә.