5 декабрь, Дүшәмбе

14 март 2014 йыл, 9:24

Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль сәйәсәт мәсьәләләрен тикшерҙеләр

автор: Эльмира Сабирова

Социаль сәйәсәтте бойомға ашырыу мәсьәләләре Башҡортостан Хөкүмәтендә републиканың муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында селектор кәңәшмә барышында тикшерелде.

Кәңәшмәне асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова «урындарҙа» был эштең мөһимлеген һәм социаль йөкләмәләр үтәүҙә район етәкселегенең яуаплылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Хакимиәт башлыҡтары социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы үҙ контроленә алған, райондар бөтә параметрҙар буйынса өлгәшә: эш хаҡтарын күтәреүҙән алып социаль гарантияларҙы тәьмин итеүгә тиклем, — тип билдәләне вице-премьер.

Беренсе һорауҙа райондарҙа демографик хәлде тикшерҙеләр. Яҡынса йомғаҡтар буйынса, 2013 йылда республикала 59 меңдән ашыу бала тыуған – 2012 йылға ҡарағанда күберәк. Башҡортостанда тыуым коэффициенты 1000 кешегә 14,6 тәшкил итә, ул уртаса Рәсәй кимәленән дә, уртаса Волга буйы федераль округы буйынса ла юғарыраҡ, унда ул 1000 кешегә 13,3 тәшкил итә. Тыуым үҫеше 19 муниципаль районда һәм 4 ҡала округында билдәләнгән. Иң күп тыуым Бөрйән (22,4), Баймаҡ (18,7), Әбйәлил (18,4), Хәйбулла (17,7) һәм Учалы (16,8) райондарында билдәләнә.

Кәңәшмәлә айырыуса иғтибар Рәсәй Президентының «майҙағы» указдарын үтәүгә бүленде, уларҙың берәүһе, социаль өлкәнең алдынғы тармаҡтары – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү – хеҙмәткәрҙәренең йәшәү кимәлен һәм сифатын арттырыуға йүнәлтелгән, сараларға ҡағылды.  Республикала ошо ун ике категорияның хеҙмәткәрҙәре – 173 мең кеше.

Республика һәм муниципаль кимәлдәрҙә 2013-2018 йылдарға дәүләт учреждениеларында хеҙмәткә түләү системаһын камиллаштырыу пландары раҫланды.

— 2013 йыл йомғаҡтары буйынса, Рәсәй Президенты указдарында билдәләнгән, айырым категориялар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләүҙе арттырыуҙа контроль күрһәткестәре өлгәшелгән. Бының өсөн республика бюджетынан дүрт миллион һумдан ашыу средстволар бүленгән, — тине Лилия Гумерова.

Шул уҡ ваҡытта бюджет өлкәләре хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу өсөн өҫтәмә ресурстар эҙләү кәрәклеген дә билдәләне.

— Эш хаҡын арттырыу бюджет финанслауы иҫәбенә генә түгел, ә бюджеттан тыш сығанаҡтар һәм эшмәкәрлек килтергән табыш средстволары иҫәбенә лә тәьмин ителергә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

Селектор кәңәшмә барышында социаль етемлекте иҫкәртеү, етем балаларҙың торлаҡтарын ремонтлау, балалар баҡсалары төҙөлөшө һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына балаларҙы урынлаштырыу буйынса берҙәм электрон сират индереү, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында мәсьәләләр тикшерелде, тип аңлаттылар БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.