Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәк аграрийҙары 8,3 мең тонна ашлама алған – планлаштырылған күләмдең 18 проценты

Иҡтисад

Башҡортостандың 30 район хужалыҡтарында минераль ашламалар туплау бара, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта 8,3 мең тонна самаһы минераль ашлама, йәғни планлаштырылған күләмдән 18 процент, һатып алынған. Бер гектар сәсеүгә иҫәпләгәндә был тәьҫирле матдәлә 2,6-шар килограмм ашлама тәшкил итә.

Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, күбеһенсә ашламаларҙы Саҡмағош (1846 тонна), Стәрлетамаҡ (920 тонна), Мәләүез (610 тонна) һәм Дүртөйлө (562 тонна) райондары алған.

Шул уҡ ваҡытта әлеге ваҡытта бер гектар сәсеүлеккә иң ныҡ туҡландырыу күләме Саҡмағош районында билдәләнә — тәьҫирле матдәлә 22,1-шәр килограмм ашлама.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть