4 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2014 йыл, 16:35

Михаил Бабич Башҡортостан кешеләренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

автор: Арина Рәхимҡолова

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса Волга буйы федераль округы халҡына дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрҙе тапшырҙы. Наградланыусылар араһында Башҡортостан кешеләре лә булды.

Тантаналы сараға Волга буйы төбәктәренән иң яҡшы төрлө һөнәр вәкилдәре – уҡытыусылар, табиптар, предприятие һәм ойошма етәкселәре, суд берләшмәһе вәкилдәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре килде.

— Дәүләт наградалары – ул үткән йылдарҙа башҡарған, һеҙҙең эшегеҙҙе Рәсәй Президенты баһалауы һәм, һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең беленмәй ҡалмағанлыҡ, таныҡлығы. Алған дәүләт наградалары – Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүсе һәм эшләүсе һәр кемдең тормошонда мөһим билдә, — тип билдәләне Михаил Бабич.

РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиленән беренсе булып Башҡортостандан, ун бала тәрбиәләүсе, Радик һәм Зилә Ишморатовтар ғаилә йолаларын нығытыу өсөн «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнде.

— Бөгөн дәүләт алып барған саралар комплексы күп балалы ғаиләләр барлыҡҡа килтереүгә дәртләндерә. Был ғаиләлә үҙҙәренең һигеҙ һәм ҡарауға алынған ике бала бар, уларҙың берәүһе Ырымбурҙа Президент кадеттар училищеһында белем ала, икенсеһе уҡырға инергә әҙерләнә, — тине Михаил Бабич.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геологы» исеме «Башҡортостан экологияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы баш геологы Николай Татаркоға бирелде.

Тантана аҙағында бөтә наградланыусылар ҙа Михаил Бабич менән рәсми булмаған шарттарҙа әңгәмәләште.