10 декабрь, Шәмбе

13 март 2014 йыл, 15:51

Өфө халҡына ҡала Советынан Почет грамоталары тапшырылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Ҡала үҫешенә мөһим өлөш индергән Өфө халҡын бөгөн, 13 мартта, ҡала Советында бүләкләнеләр. Биш кеше ҡаланың юғары наградаһына – Өфөнөң Почет грамотаһына һәм «Ҡала алдында ҡаҙаныштары өсөн» билдәһенә лайыҡ булды. Тағы ла 25 кеше ҡала Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Советтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, наградланыусылар араһында төрлө тармаҡ вәкилдәре – табиптар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, көнкүреш һәм халыҡты сервис хеҙмәтләндереү өлкәһе вәкилдәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре.

Наградаларҙы ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко тапшырҙы. Йыйылғандар алдында сығыш яһап, бүләкләнеүселәр араһында күптәре ябай хеҙмәткәрҙәр, эштең ауыр өлөшө тура килгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың хеҙмәте йыш ҡына күренмәй, ситтә ҡалған кешеләр, тип иғтибар итте.

— Беҙҙең ҡала һәләтле, талантлы, төрлө-төрлө тармаҡтарҙа эшләүсе кешеләргә бай, — тине Евгений Семивеличенко.

Быға оҡшаш наградлауҙарҙы ҡала Советы даими алып бара. Ул йылына бер нисә тапҡыр ойошторола һәм йыш ҡына дәүләт һәм һөнәри байрамдарға арнала.