11 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2014 йыл, 15:26

Башҡортостандың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшарылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Республика Йортонда Башҡортостан предприятиелары һәм ведомстволарының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында – ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте, транспорт һәм төҙөлөш өлкәһе, социаль учреждениелар, муниципаль берәмек хеҙмәткәрҙәре – бөтәһе 29 кеше.

— Һеҙҙе юғары профессионаллек, яуаплылыҡ, тоғролоҡ һәм ватансылыҡ, Ватанға һөйөү берләштерә. Һеҙ Башҡортостан Республикаһының, икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, — тине Сергей Молчанов. — Бөтә төп күрһәткестәр буйынса, шул иҫәптән кешеләрҙең етешлек үҫеше буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙҙе билдәләү ҡыуаныслы. Бөгөн улар, алданғы бөтә йылдарға ҡарағанда, яҡшыраҡ һәм күбеһенсә ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән артығыраҡ. Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре тотороҡло үҫешә. Шәхси торлаҡ төҙөлөшөндә йыл һайын  үҫеште билдәләп үтергә кәрәк. Минең ҡарашҡа, был, халыҡ табышының үҫешен күрһәтеүсе, социаль мөһим аспекттарҙың береһе. Социаль инфраструктура үҫешә — мөһим социаль объекттар төҙөлә, яңы юлдар, күперҙәр һалына. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының уңышлы һәм имен төбәге булып тора.

Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе, был бөтә уңыштарҙа һәм ҡаҙаныштарҙа бөгөнгө наградланыусыларҙың ҙур өлөшө бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан Президенты исеменән уларҙың лайыҡлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм наградаларҙы тапшырҙы.

Тантана аҙағында Сергей Молчанов бөтә наградланыусылар ҙа артабанда республика һәм ил үҫешенә тос өлөш индерсәктәренә ышаныс белдерҙе.

темалар: наградлауҙар