10 декабрь, Шәмбе

13 март 2014 йыл, 14:47

Төбәктә мәғлүмәти технологиялар үҫеше буйынса эксперттар советы булдырыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостанда мәғлүмәти технологиялар тармағын үҫтереү буйынса эксперттар советы булдырыласаҡ. Тейешле ҡарар республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Эксперттар советы – мәғлүмәти технологиялар өлкәһендә эшләүсе, республика башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары һәм ойошмалары эшмәкәрлеген ярашлы итеү өсөн ойошторолған, консультация органы.

Эксперттар советы ағзаларының  мәғариф, кадрҙар тәьминәте, технологик эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәғлүмәти технологияларҙы үҫтереү буйынса кәңәштәр һәм тәҡдимдәр әҙерләүҙәре күҙаллана. Бынан тыш, эксперттар советы мәғлүмәти технологиялар үҫеше, шулай уҡ ярашлы йүнәлешкә системалы проекттарға дәүләт ярҙамы сараларын билдәләйәсәк.

Совет составында – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, республиканың Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе Илдар Ямалов, предприятиелар вәкилдәре.