4 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2014 йыл, 12:36

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитациялау сертификаттары барлыҡҡа киләсәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Хеҙмәт министрлығына инвалидтар өсөн хеҙмәттәр күрһәтеү системаһына реабилитациялау сертификаттарын индереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерергә ҡушты. Бындай сертификаттар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә үҙҙәренә үҙ реабилитациялауы өсөн социаль учреждениелар һайларға ярҙам итәсәк, тип аңлатты БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Рөстәм Хәмитов.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙ бөтә инвалидтарҙы ла сифатлы реабилитациялау хеҙмәттәре менән тәьмин итә алмайбыҙ. Был өлкәнең күп кенә учреждениелары санитар ҙа, янғынға ҡаршы ла талаптарға яуап бирмәй, уларҙың кәрәкле ҡорамалдары ла юҡ, — тине республика башлығы. — Ниндәй сифатлы хеҙмәттәр тураһында һүҙ барыуы ихтимал, әгәр улар кеше именлеген тулы күләмдә тәьмин итә алмай? Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына был учреждениеларҙың тулы инвентаризацияһын үткәрергә һәм уларҙың эшенең һөҙөмтәлелеген объектив баһаларға ҡушам.

Мәғлүмәт өсөн. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, хәҙер төбәктә 315 мең сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кеше иҫәпләнә. Уларҙан хеҙмәт йәшендәге 36 мең инвалидта хеҙмәт буйынса сикләүҙәре бар. Шул арала, мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткәндәрҙең бөгөн 35 проценты эшкә урынлаша.