3 декабрь, Шәмбе

13 март 2014 йыл, 11:31

Рөстәм Хәмитов: «Республикала мәшғүллек өлкәһендә хәлде яҡшыртыу буйынса әлегә аныҡ стратегия юҡ»

автор: Галина Бахшиева

Республикала мәшғүллек өлкәһендә дөйөм хәлде яҡшыртыу буйынса аныҡ стратегия эштәре әлегә юҡ, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, ағымдағы эш күбеһенсә эшһеҙлек кимәлен кәметеүгә, эш юғалтҡандарға социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Икенселәй әйткәндә, уңайһыҙ социаль шарттар эҙемтәләрен бөтөрөүгә.

-  Мәшғүллек өлкәһендә бындай хәүефтәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән, системалы профилактик эш юҡ. Заманса, алға китешкә эшләргә кәрәк, ә элеккесә факттан түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Рөстәм Хәмитов. — Танырға кәрәк, социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия эше күбеһенсә формаль алып барыла.

Президент фекеренсә, хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм мәшғүллек өлкәһендә проблемаларҙы әүҙем хәл итеп, кешеләрҙең йәшәү сифатын, уларҙың табыштарын арттырырға кәрәк.

Халыҡ иҫәбе буйынса Башҡортостан хәҙер Волга буйы федераль округында беренсе урында һәм тотош ил буйынса етенселә тора.

— Беҙ округтың иң йәш төбәге. Республика халҡының уртаса йәше 38 йәш. Рәсәйҙә ул 39,2 тиң, Волга буйы федераль округында – 39,5. Кеше ресурстары өлкәһендә беҙҙә иң яҡшы потенциал. Әммә иҡтисади әүҙем халыҡ өлөшө Башҡортостанда ни бары 67 процент, йәғни өстән ике өлөшөн, тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында беҙ 12 урынды биләйбеҙ, — тип билдәләне республика башлығы.

Ултырышта Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, 1990 йылдан алып иҡтисадта мәшғүл уртаса иҫәп 156 мең хеҙмәткәргә кәмене. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың өстән бер өлөш халҡы – өлкән йәштәге кешеләр һәм балалар – төрлө формаларҙа төп социаль ярҙам алыусылар.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,8 процент тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 12 урынды биләй.

Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙә белдерелгән ихтыяж 2000 йылдан алып 9-ҙан 31 мең кешегә тиклем, йәғни 3,5 тапҡырға, үҫкән. Тотош Рәсәй буйынса үҫеш 1,7 тапҡыр тәшкил итте, Волга буйы федераль округында – ике тапҡыр.

— Эшкәртеү тармаҡтарында, төҙөлөштә, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙа күп һөнәрҙәр буйынса эш көсөнө тәҡдим күбеһенсә арта. Бында хеҙмәт баҙарын төҙәтеү буйынса ентекләп эшләй торған эш кәрәк, — тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты. — Икенсе проблема: беҙҙә хеҙмәт ресурстары менән идара итеү, мәшғүллекте һәм халыҡ миграцияһын көйләү системаһы етерлек кимәлдә һөҙөмтәле эшләмәй. Ойошмаларҙан килгән йылына 300 мең вакансия эш эҙләүселәр иҫәбенән өс тапҡырға күберәк. Шул уҡ ваҡытта эшһеҙлек әүәлге кимәлдә ҡала.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала «миграция өлкәһендә эш тейешле кимәлдә координацияланмай». Айырым мәсьәләләр менән Башҡортостанстат, Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы шөғөлләнә. Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы миграция сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссия эшләй, ул сит ил кешеләре өсөн эш урындары квотаһын билдәләй.

— Миграция мәсьәләләре менән күптәре шөғөлләнә, ә берҙәм координация үҙәге юҡ. Һөҙөмтәлә был өлкәлә  аныҡ уйланылған стратегия ла, яйға һалынған эш тә юҡ. Шуның менән бергә миграция процестары йыл һайын үҫешә, эске кеүек, тышҡы миграция ла арта бара, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Беҙ был процестарҙы белеп көйләргә тейеш. Үҙгәрә барған миграция хәленә тиҙ, ышаныслы һәм һөҙөмтәле иғтибар итергә. Беҙ, ниһәйәт, мигранттар менән эш итеү координация үҙәген билдәләргә тейешбеҙ. Был һорауҙы ҡарарға хөкүмәт ултырышына сығарырға кәрәк. Үҙ сиратында, республиканың Хеҙмәт министрлығын сит ил хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү ихтыяжын, улар өсөн бүленгән квоталар күләмен билдәләү өлөшөндә бурыстарҙы сифатлы хәл итеүҙәрен һорайым.