Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Социаль контракт Башҡортостанда мохтаж ғаиләләргә ярҙам итәсәк

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына төбәктә мохтаж ғаиләләр өсөн социаль контракт нигеҙендә ярҙам итеүҙең яңы формаһын индереүҙе тәьмин итергә ҡушты.

— Йыл һайын халыҡҡа социаль яҡлау сараларына 11 миллиард һумдан ашыу, йәғни республика бюджетының 13 проценты, йүнәлтелә.  Пособиеларҙы уларҙа ысынлап та мохтаж булғандар алырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Рөстәм Хәмитов.

Төбәк етәксеһе фекеренсә, социаль ярҙам «кешене үҙ тормошон яҡшыртыуға үҙгәртергә дәртләндерергә» тейеш. Быға күпселектә социаль контракт нигеҙендә яңы ярҙам күрһәтеү формаһы булышлыҡ итәсәк. Уға ярашлы социаль яҡлау органдары мохтаж ғаиләләргә эшкә урынлашыуҙа, профессиональ белем алыуҙа, үҙ бизнесыңды асыуҙа булышлыҡ итәсәк.

— Был осраҡта, традицион социаль пособиеға ҡарағанда, етерлек матди ярҙам күрһәтеләсәк. 2014 йылда был маҡсаттарға республика бюджетында 50 миллион һумдан ашыу ҡаралған. Мин Хеҙмәт министрлығына республикала бындай практиканы индерергә, был мөһим эштең һөҙөмтәлелеген контролдә тоторға һәм миңә уның уңыштары йәки, уны тормошҡа ашырыу барышында килеп сыҡҡан, проблемалары тураһында һөйләргә ҡушам, — тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть