8 декабрь, Кесе йома

12 март 2014 йыл, 16:53

2013 йылда Башҡортостанда тулайым төбәк продукты 1 трлн 163,3 млрд һум тәшкил итте

автор: Эльвира Латипова | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Башҡортостандың тулайым төбәк продукты 2013 йыл йомғаҡтары буйынса 1 трлн 163,3 млрд һум тәшкил итте, ул 2012 йыл күрһәткестәренән 3,1 процентҡа күберәк. Был хаҡта республика Хөкүмәте ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин хәбәр итте.

— Иҡтисади үҫештең төп индикаторы – Башҡортостан Республикаһының тулайым төбәк продукты — 2013 йылда бер йылдан алданыраҡ 5,1 процентҡа ҡаршы 3,1 процентҡа артты. Тулайым төбәк продукты үҫеше 2013 йылға 3,63 процент сиктәрендә күҙалланды, ағымдағы баһа менән айырма 0,5  процент пункты тәшкил итте, – тине вице-премьер.

Тулайым эске продукты Рәсәй Федерацияһында 1,3 процент тәшкил итте.

Евгений Маврин әйтеүенсә, тулайым төбәк продукты үҫеше һаҡланып килгән сәнәғәт секторы динамикаһында, эскпортҡа сығарылған тауарҙар һәм инвестиция әүҙемлегендә нигеҙләнде. «Тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән ҡулланыу күләмендә артыу сағылған, эске ҡулланыу ихтыяжы» һәм ауыл хужалығында производствоның үҫеш темптарын яңыртыу шулай уҡ ыңғай тәьҫир итте.

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, Башҡортостан Президентының БР Дәүләт Йыйылышында Мөрөжөғәтнамәһендә билдәләнгән, тулайым төбәк продукты үҫеше буйынса республиканың социаль ориентиры — 2016 йылға 1,5 триллион һум сиктәрендә. Үҫеш «тәү сиратта эске резервтарҙы мобилизациялау, идара итеү системаһын яңынан көйләү, иҡтисад структураһын оптималләштереү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу иҫәбенә» тәьмин ителергә тейеш.