11 декабрь, Йәкшәмбе

12 март 2014 йыл, 15:57

Республика мосолмандары Симферополгә аҡса һәм ишек ебәрәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Симферополдә төҙөлөп бөтөп килгән мәсет өсөн Башҡортостанда үҙәк ишек әҙерләнеләр, уны мәсеткә йөрөүселәрҙең иғәнәләре менән бергә Ҡырымға ебәрәсәктәр.

Был хаҡта Islam-today мәғлүмәт порталы хәбәр итә. Ике ҡапҡаслы үҙәк ишекте Башҡортостан Мосолмандары үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы ағас оҫтаханаһында махсус Симферополдәге яңы мәсет өсөн эшләнеләр. Ишектә Ҡөръәндән аяттар уйып яҙылған.

темалар: дин