7 декабрь, Шаршамбы

12 март 2014 йыл, 14:50

Башҡортостанда эконом-класс торлағын һатып алыуға документ формалары раҫланды

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте, Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү федераль фондының ер участкаларында төҙөлгән йәки төҙөлө башланған, эконом-класс торлағын һатып алыуға хоҡуғы булған граждандар исемлеген формалаштырыу өсөн документ формаларын раҫланы.

Ҡарар менән ғариза биреү формаһы, шулай уҡ уға беркетелгән документтар исемлеге раҫланды, атап әйткәндә улар: граждандың шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалыҡ биреү; ғариза алыуға расписка; ғаризаларҙы теркәү китабы формаһы, шулай уҡ уны алып барыу тәртибе, тип хәбәр ителә БР рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.