5 декабрь, Дүшәмбе

12 март 2014 йыл, 14:24

Өфө Рәсәйҙең иң бәхетле ҡалалары рейтингына ингән

автор: Розалия Вәлиева

Өфө Рәсәйҙең иң мөләйем ҡалалары исемлегенә ингән. Jetpac.com  порталы белгестәре махсус ҡушымта ярҙамы менән Instagram социаль селтәрендә фотоларҙы анализлаған.

Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Өфө был исемлектә 65 өйрәнелгән ҡаланан 27-се булып тора.

Рәсәйҙең иң «мөләйем» ҡалаһы тип Саранск танылған. Икенсе урында Липецк урынлашҡан, ә өслөктө Яр Саллы яба. Мәскәү был исемлектә 63 урынды биләй.

темалар: рейтингтар