Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә торлаҡтың квадрат метрына баҙар хаҡы беренсе кварталға 32 395 һум күләмендә раҫланған

Иҡтисад

Башҡортостанда ҡала округтарында, ҡала биләмәләрендә һәм республиканың муниципаль райондарында 2014 йылдың беренсе кварталына дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрына уртаса баҙар хаҡы күрһәткестәре раҫланған. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлашҡан.  

Ҡала округтарында торлаҡ «квадратының» баҙар хаҡы 23 600 һумдан алып (Ағиҙел һәм Межгорье) 32 395 һумға тиклем (Өфө) үҙгәрә, ҡала биләмәләрендә — 28 000 меңдән алып (Дәүләкән) 31 000 һумға тиклем (Белорет һәм Учалы), муниципаль райондарҙа — 23 600 алып (Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез һәм Учалы райондары) 32 000 тиклем (Өфө районы).

Раҫланған күрһәткестәр, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж республика халҡы өсөн, субсидиялар күләмен иҫәпләгәндә файҙаланыла, тиелә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡарарында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть