Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда тикшерелгән яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтарының 93 проценты – кондициялы

Иҡтисад

Башҡортостанда 1 мартҡа ҡарата дәүләт стандарттары талаптарына ярашлылыҡҡа 261 мең тонна яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары тикшерелгән, йәғни план буйынса һалынған орлоҡтоң 88 проценты. Бындай мәғлүмәттәрҙе «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан референт үҙәге килтерә.

Тикшерелгән орлоҡтоң 93 проценты, йәғни 243,3 мең тоннаһы, кондицияға ярашлы тип табылған. Ете процентын, йәғни 17,7 мең тоннаһын, яраҡһыҙға сығарғандар. Уларҙан 9,3 мең тонна орлоғо сүпле булып сыҡҡан, сығышы буйынса – 8,7 меңе, дымлылығы буйынса – 2,5 меңе, келәттә ҡоротҡостар булыу арҡаһында – 0,4 меңе, тип хәбәр иттеләр «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть