9 декабрь, Йома

12 март 2014 йыл, 9:51

Рөстәм Хәмитов Азат Ҡарасуринда Паралимпияла «алтыны» менән ҡотланы

автор: Сергей Захаров | фото: ИТАР-ТАСС

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов телефондан һөйләшеп, Сочиҙа XI ҡышҡы Паралимпияла Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостандан сығыш яһаусы, биатлонсы Азат Ҡарасуринды иҫ киткес еңеүе менән ҡотланы һәм Башҡортостан атлеттары яулаған тәүге алтын миҙал өсөн рәхмәт әйтте.

— Артабан да спорт ҡаҙаныштары һәм Паралимпия старттарында уңыштар теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов.

— Бөтә республикаға ҙур рәхмәт! Мин артабан да ҡуйылған маҡсаттарға ирешәсәкмен, – тип вәғәҙәләне, 12,5 километрға биатлон ярышында «баҫып» категорияһында еңеү яулаусы, шуның менән Рәсәй Паралимпия уйындарында унынсы алтын килтереүсе, Азат Ҡарасурин.

Алдан Азат Ҡарасурин Паралимпияла 7,5 километрға биатлон спринтында «бронза» яуланы. Башҡортостандан Рәсәйҙең башҡа атлеттары Ирек Зарипов һәм Александр Давидович классик стилдә 15 километрға ярышта көмөш һәм бронза яуланылар.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикаға ҡайтыу менән, Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы һәм призлы урындар яулаусы, Башҡортостан атлеттарын аҡсалата бүләктәр көтә.