8 декабрь, Кесе йома

11 март 2014 йыл, 17:59

Баш ҡалала модельер Вячеслав Зайцев магазин-ателье асты

автор: Розалия Вәлиева

Вячеслав Зайцев Өфө трикотаж фабрикаһының «Tricardo» магазин-ательеһын асыуҙа ҡатнашты.

Бынан тыш, Өфөлә модельер, Өфө трикотаж фабрикаһы базаһында тормошҡа ашырыласаҡ, 2014-2015  йылдарға яңы көҙ-ҡыш коллекцияһы өҫтөндә эшләне.

Яңы «Өфө» коллекцияһында башҡорт биҙәктәре менән күлдәк, пальто коллекциялары буласаҡ. Рәссам, Өфөлә бәйләнгән, пледтар менән илһамланды – һүрәттәр һәм символдар коллекцияның бөтә элементтарында ла буласаҡ.

— Фабрика рәссамдары менән биш көн эшләнек, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Вячеслав Зайцев. — Тәүге алты модель апрелдә Мәскәүҙә күрһәтеләсәк, бер аҙҙан уларҙы Өфөгә килтерәсәкбеҙ.

Билдәләп үтергә кәрәк, Вячеслав Зайцев һәм Өфө трикотаж фабрикаһы менән уртаҡ эше беренсе тәжрибә генә түгел. 2013-2014 көҙ-ҡыш коллекцияһын 2013 йылдың октябрь башында Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» күргәҙмәһендә, һуңынан Мәскәүҙә Slava Zaitsev Мода йортонда «Сәнәғәт коллекциялары» күрһәтеүҙәре сиктәрендә Mercedes-Benz мода аҙналығында күрһәттеләр. Яңы коллекцияға заказдар биреүселәр араһында – Алла Пугачева. Өфө трикотаж фабрикаһының әйберҙәрен һатып алыусылар Францияла ла бар. Бынан тыш, Өфөлә күренекле рәссам-модельер мәктәп формаһы эскиздары өҫтөндә эшләне.

темалар: еңел сәнәғәт