6 декабрь, Шишәмбе

11 март 2014 йыл, 17:45

Рәсәй һәм сит ил ғалимдары Өфөлә агросәнәғәт комплексының инновацион үҫеш перспективаларын тикшерәсәк

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Өфөлә асылған «АгроКомплекс» XXIV халыҡ-ара махсус күргәҙмә сиктәрендә 12 мартта, агросәнәғәт комплексының инновацион үҫеш перспективаларына арналған ҙур ғилми-ғәмәли конференция үҙ эшен башлаясаҡ.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, конференция Башҡорт дәүләт аграр университеты бинаһында үтәсәк һәм үҙ асылында, «АгроКомплекс-2014» эшлекле программаның төп ваҡиғаһы буласаҡ. Рәсәй ғалимдарынан тыш, унда алыҫ һәм яҡын сит ил вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Конференцияла бер үк ваҡытта бер нисә секция асыласаҡ. Улар араһында – «Үҫемлекселек продукцияларын етештереүҙә инновацион технологиялар», «Тәбиғи ресурстарҙы етештереү һәм рациональ файҙаланыу», «Малсылыҡ һәм ветеринария медицинаһының инновацион үҫеше» һәм «Фәнде һәм тәжрибәне интеграциялау ысулы менән ауыл хужалығы производствоһы техник тәьминәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыу».

Бынан тыш, халыҡ-ара конференция ҡатнашыусылары көнүҙәк агросәнәғәт комплексында энергетика, алдынғы технологиялар, техник һәм экологик ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән үҫемлекселек һәм малсылыҡ сеймалдарын эшкәртеү, шулай уҡ агросәнәғәт комплексының инновацион үҫешендә иҡтисади фәндең роле мәсьәләләрен тикшерәсәк.

2014 йылда Өфөлә «АгроКомплекс»та үҙ продукцияларын Рәсәйҙең 28 төбәгенән, шулай уҡ Голландия, Германия, Ҡытай, Белорусия, Украина һәм Ҡаҙағстандан 250 компания тәҡдим итәсәк.

Күргәҙмәнең эшлекле программаһы бай йөкмәткеле һәм төрлө яҡлы. 11 марттан алып 14-нә тиклем Өфөлә тармаҡтың төрлө йүнәлештәре буйынса 25-ләгән сара – конференция, семинар һәм түңәрәк өҫтәл үтәсәк.  Агросәнәғәт комплексы, үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм малсылыҡ өсөн техника өлкәһендә яңы асыштарҙың презентациялары уҙасаҡ.

Бөгөн, 11 мартта, ойошторолған «АгроКомплекс-2014» сиктәрендә, Өфөлә бер нисә сара уҙа.