Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин Башҡортостан паралимпсыларын ҡотланы

Спорт

Владимир Путин, 15 километрға дистанцияла саңғы ярыштары буйынса ярыштарҙа өс миҙал яулаусы, Рәсәй саңғысылары Роман Петушков, Ирек Зарипов һәм Александр Давидовичҡа ҡотлау телеграммаларын ебәрҙе.

«Һеҙ беҙҙең милли йыйылманы лайыҡлы күрһәттегеҙ, хөрмәт данының бөтә баҫҡыстарын да ышаныслы биләнегеҙ. Шундай ҙур, лайыҡлы уңыш – Ватандың паралимпия спорты үҫешенә, уның еңеү традицияларын нығытыуға етди өлөш. Һәм әлбиттә, бөтә Рәсәй көйәрмәндәренә иҫ киткес бүләк», — тип билдәләнә дәүләт башлығы мөрәжәғәтендә.

Рәсәй Президенты шулай уҡ XI ҡышҡы Паралимпия уйындарында биатлон буйынса 7,5 километрға спринтта бронза призеры Азат Ҡарасуринды ҡотланы.

«Был миҙал – көслө һәм тәжрибәле ярышташтар менән алышта һәләт, оҫталыҡ, холоҡ көсө өсөн лайыҡлы награда. Айырыуса рәхмәт һүҙҙәре Һеҙҙең остаздарығыҙға һәм, Һеҙҙе спортта ла, тормошта ла дәртләндереүсе, яҡындарығыҙға», — тиелә ҡотлауҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть