11 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2014 йыл, 16:12

Башҡортостан үҙенең турист, спорт һәм һунар өҫтөнлөктәрен тотош өс төбәк-ара күргәҙмәлә күрһәтергә әҙерләнә

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте 2014 йылдың 1 апреләнән алып 3-нә тиклем «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» XVI төбәк-ара күргәҙмәлә ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Быға оҡшаш күргәҙмә республиканың баш ҡалаһында 16 октябрҙән алып 18-нә тиклем үтәсәк. Ошо уҡ көндәрҙә Өфөлә «Һунар. Балыҡ тотоу-2014» II  махсус күргәҙмә сиктәрендә экспозиция үтәсәк.

Бөтә өс күргәҙмәне әҙерләү һәм үткәреү менән БР Туризм буйынса агентлығы башлығы Артем Колесников етәкселегендәге эшсе төркөм шөғөлләнәсәк.

Күргәҙмәләр республикала сәләмәтләндереү һәм рекреацион туризм үҫешендә, туризм һәм индустрияһы предприятиеларының иҡтисади бәйләнештәрен артабан да үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йәмәғәт ойошмаларының һәм эшлекле даирәләрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу, хеҙмәттәр күрһәтеүҙә инновацион технологиялар таратыу, хужалыҡ итеүсе субъекттар араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу маҡсатында ойошторола, тип хәбәр итә Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталы.