9 декабрь, Йома

11 март 2014 йыл, 11:48

Республикала «Йылмайыу операцияһы» хәйриә акцияһы иғлан ителә

автор: Сергей Захаров | фото: сайт operationsmile.org.ru

Башҡортостан Рәсәйҙең «Йылмайыу операцияһы» хәйриә йәмәғәт ойошмаһының, «Зенит» банктар төркөмөнөң 26 майҙан алып 1 июнгә тиклем Өфөлә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған, «Йылмайыу операцияһы» акцияһын үткәреү тураһында тәҡдимде ҡабул итте.

«Йылмайыу операцияһы» — ул, иренендә һәм аңҡауыңда ярыҡ һәм яңаҡ-бит өлкәһендә булған башҡа етешһеҙлектәр менән балаларға бушлай хирургия ярҙам күрһәтеүсе, Рәсәйҙең хөкүмәттеке булмаған хәйриә ойошмаһы. Бушлай хирургия операциялары акциялар сиктәрендә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йылына бер нисә тапҡыр уҙғарыла. Акция барышында бушлай хирургия ярҙамын һәм консультацияны алыу мөмкинлегенә илдең теләһе ҡайһы төбәктәренән балалар эйә.

Өфөлә консультациялар һәм операцияға һайлап алыу 26 майҙа Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында (Өфө, Степан Кувыкин урамы, 98, белешмәләр һәм телефон буйынса яҙылыу: +7-919-879-96-39) үткәреләсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт «Йылмайыу операцияһы» хәйриә ойошмаһы сайтында бирелгән.