9 декабрь, Йома

11 март 2014 йыл, 10:49

Башҡортостан Президенты XI ҡышҡы Паралимпия призерҙарын ҡотланы

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов телефондан һөйләшкәндә Ирек Зариповты, Александр Давидовичты, Азат Ҡарасуринды, шулай уҡ Рәсәй биатлон йыйылмаһының өлкән тренеры Әмир Ғүмәровты Паралимпия уйындарында еңеүҙәре менән ҡотланы, ярыштарҙа һөҙөмтәле стартҡа рәхмәт әйтте һәм артабан да спорт ҡаҙаныштары һәм Паралимпияла уңыштар теләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе, 9 мартта Ирек Зарипов һәм Александр Давидович спортсылар араһында классик стилдә 15 километрға ярышта көмөш һәм бронза яуланылар. Алдараҡ, шәмбе, Паралимпияла 7,5 километрға биатлон спринтында Азат Ҡарасурин бронза призеры булды.

Республикаға ҡайтыу менән, Сочиҙа XI ҡышҡы Паралимпия уйындарында призлы урындар яулаусы, Башҡортостан атлеттарын аҡсалата бүләктәр көтә, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.