5 декабрь, Дүшәмбе

11 март 2014 йыл, 9:30

Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарға: «Һеҙ беҙҙе һәр саҡ юғары тойғоларға һәм ҙур эштәргә илһамландыраһығыҙ»

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.

— Ошо иҫ киткес көндәрҙә беҙ айырым ҡыуаныс менән һеҙгә йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ, мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һеҙҙең бик яҡшы миссияғыҙҙы, нәфис ҡатын-ҡыҙҙар яурынында ятҡан, ҙур яуаплылыҡты һәм эште баһалайбыҙ. Бөтә ир-аттарҙың маҡтау һүҙҙәре был датаға ғына арналмаған. Һеҙ беҙҙе һәр саҡ юғары тойғоларға һәм ҙур эштәргә илһамландыраһығыҙ.

Башҡортостан – көслө, бай һәм уңышлы төбәк. Беҙҙең дөйөм эшебеҙ өсөн ғорурланырлыҡ күп нигеҙҙәр бар, әммә тағы ла күп кенә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Беҙ республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар, балалар үҙҙәрен яҡлаулы тойһон өсөн, бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итергә тырышабыҙ, заманса перинаталь үҙәктәр һәм бала табыу йорттары, дауаханалар һәм мәктәптәр төҙөйбөҙ. Торлаҡ, айырыуса социаль, төҙөлөшө темптарын үҫтерәбеҙ. Ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың инфраструктураһын яҡшыртырға маташабыҙ. Күп балалы ғаиләләр өсөн бушлай ер бирәбеҙ. Беҙҙең маҡсат — иҡтисади потенциалды әүҙем үҫтереү һәм уның нигеҙендә социаль өлкәне нығытыу, республика халҡының именлеген арттырыу. Башҡортостан тап йәшәү сифаты күрһеткәстәре буйынса илдең иң яҡшы төбәктәренең береһе иҫәбендә булһын өсөн ныҡышмалы эшләйәсәкбеҙ, — тиелә төбәк башлығы ҡотлауында.

Рөстәм Хәмитов бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға эштәре һәм аңлауҙары өсөн, уларҙың хеҙмәте өсөн ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.