8 декабрь, Кесе йома

07 март 2014 йыл, 15:26

«Һылыукай-2014» башҡорт гүзәлдәре конкурсында еңеүсе тажын Өфө уҡыусыһы яуланы

автор: Гөлфиә Акулова

Республиканың иң билдәле гүзәллек бәйгеһе «Һылыукай-2014» финалында Гран-прины 16 йәшлек Раушания Юлдыбаева, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы яуланы. Бөтә дәғүә итеүселәр араһында иң йәш ҡыҙ республиканың Йылайыр районынан сығыш яһаны. Унынсы синыф уҡыусыһы бейеү менән шөғөлләнә һәм балалар өсөн башҡорт театр мәктәбен асырға хыяллана.

Конкурста беренсе урын – Санкт-Петербургта йәшәүсе Алина Байзаковала. Учалы һылыуы Лилиә Вильданова икенсе урынды яуланы. Өсөнсө урынды Ейәнсура районынан Ләйлә Харисова биләне. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа тамашасылар һәм жюри ағзалары иғтибарынан ситтә ҡалманы. Улар «Нәфис һылыуҡай», «Нурлы һылыуҡай», «Моңло һылыуҡай», «Иманлы һылыуҡай» кеүек номинацияларҙа диплом менән наградланды.

Башҡорт һылыуҡайы исеменә Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан – Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Магнитогорскиҙан 12 бәйгесе көс һынашты. Бындай конкурстарҙа еңеүселәр тышҡы матурлыҡтары менән генә асыҡланмай. Таж яулау өсөн рухи матурлыҡ, туған телде һәм мәҙәниәтте, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һылыукай» инде 22-се тапҡыр уҙғарыла һәм һәр йылдағыса гүзәллек конкурсын уҙғарыу ваҡыты яҙ айҙарына тура килә.