Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйҙә йәш әсәләр-эшҡыуарҙарға гранттар бүлергә планлаштыралар

Иҡтисад

Рәсәй Хөкүмәте бизнес менән шөғөлләнеүсе йәш әсәләргә 400 мең һумға тиклем күләмдә грант түләргә ниәтләнә. Программаны 2014 йылда уҡ бойомға ашыра башларға планлаштыралар. Был хаҡта «Российская газета»ға интервьюла РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец белдерҙе.

— Был мәсьәлә әле Иҡтисади үҫеш министрлығы менән ентекләберәк өйрәнелә. Әгәр, бала тәрбиәләүсе, ҡатын үҙ үҙенә эшләһә, үҙ эшен асып ебәрһә – мәҫәлән, бер үк ваҡытта тәржемәләр менән шөғөлләнә, тегенә, өйҙә бөҙрәхана хеҙмәттәрен күрһәтә, уға беренсе этапта грант менән ярҙам итәсәктәр. Беҙҙең тәҡдим – 400 мең һумға тиклем, — РФ Хөкүмәте вице-премьеры.

2013 йылда Рәсәй Хөкүмәте ғәҙәти булмаған проектты эшләтеп ебәрҙе – юғары белем алырға теләге булған, йәш әсәләрҙе бушлай әҙерлек курстарына индереү.

— 2014 йылда был ҡатындар юғары уҡыу йорттарына конкурсһыҙ бюджет урындарға уҡырға инәсәк. Программаны киңәйтергә ниәтләнәбеҙ, хәҙер тейешле закондың проекты әҙерләнә. Әсәлекте һәм профессиональ белем алыуҙы берләштерергә әҙер, ҡатындар бындай мөмкинлекте алырға тейеш, — тигән ышаныста вице-премьер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть