3 декабрь, Шәмбе

07 март 2014 йыл, 12:30

Ейәнсуралар «Райондың мәҙәни баш ҡалаһы» марафонын ойошторҙо

автор: Алик Шакиров

Ейәнсура районында ауыл биләмәләре араһында «Райондың мәҙәни баш ҡалаһы» район марафонына старт бирҙеләр, уны Мәҙәниәт йылына арнанылар. Марафонда мәҙәниәтте пропагандалау буйынса саралар комплексын үткәрергә тейеш бөтә ауыл биләмәләре ҡатнаша. Бында сиволды — «Ҡорама-панно»; ауыл биләмәһенең мәҙәниәт һәм сәнғәт кешеләренә арналған альбомды ҡулдан-ҡулға тапшырыу; биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһен һәм конкурслы мәҙәни саралар ойоштороу инә.

Ошо көндәрҙә Һүрән ауыл советында марафондың тантаналы асылыуы уҙҙы. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар Күгәрсен ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә, «Гөлбаҡса» балалар баҡсаһында булды, улар унда музей, ҡул эштәренең күргәҙмәһе, уҡыусыларҙың һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ижады менән танышты. Ауыл Мәҙәниәт йортоноң фойеһында ойошторолған, күргәҙмәлә эштәрҙең төрлөлөгө һәм сағыу биҙәлеше күҙҙең яуын алып торҙо. Бында бәйләү оҫталарының, халыҡ һөнәрселәренең эштәрен, үҙешмәкәр рәссамдарҙың һүрәттәрен, милли ашамлыҡтарҙы, шәхси эшҡыуарҙарҙың продукцияларын күрергә була ине. Художество үҙешмәкәр ҡатнашыусылар концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Тантаналы асыуға районы хакимиәте, ауыл биләмәһе вәкилдәре, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны.

Киләһе марафонды Байдәүләт ауыл биләмәһе ҡабул итәсәк, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.