11 декабрь, Йәкшәмбе

07 март 2014 йыл, 11:55

Башҡортостандың агрокүргәҙмәһендә ҡатнашырға Рәсәйҙең 28 төбәгенән 250 компания заявка бирҙе

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың баш ҡалаһында 11 марттан алып 14-нә тиклем «АгроКомплекс» XXIV халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә — республикала берҙән-бер агросәнәғәт күргәҙмәһе һәм Рәсәйҙә иң эреләрҙең береһе үтәсәк.

«АгроКомплекс»тың ойоштороусылары булып һәр йылдағыса Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сығыш яһай.

— Үткән йылдар менән сағыштырмаса, быйыл агросәнәғәт күргәҙмәһе уның ҡатнашыусылары өсөн бик масштаблы һәм уңайлыраҡ буласаҡ. Һис шикһеҙ, бында ҙур ролде ул уҙғарыласаҡ яңы, заманса һәм ҙур майҙансыҡ — «ВДНХ-ЭКСПО» күргәҙмә комплексы уйнай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды матбуғат конференцияһында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.

«АгроКомплекс»-2014-тә ҡатнашырға Рәсәйҙең 28 төбәгенән 250 компания, шулай уҡ Голландия, Германия, Ҡытай, Белорусия, Украина һәм Ҡаҙағстан ҡатнашырға заявка бирҙе.

Журналистарға «Башҡортостан күргәҙмә компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Альбина Килдеғолова хәбәр итеүенсә, быйыл күргәҙмәнең экспозицияһы тематик зоналар буйынса бүленә.

Улар араһында – ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлекселек, туҡланыу продукттары, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм төрөү өсөн ҡорамалдар, малсылыҡ һәм ветеринария, шулай уҡ консультациялар өсөн зона, асыҡ майҙансыҡта экспозиция һәм «Агроферма» махсус бүлек. Унда килеүселәр төрлө йорт хайуандарының һәм ҡоштарының яңы тоҡомдарын күрәсәк.

БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илдар Әмирханов әйтеүенсә, күргәҙмәлә аҙыҡ-түлек сәнәғәтен 20 предприятие күрһәтәсәк. Улар араһында – икмәк бешереү, кондитер, һөт һәм ит эшкәртеү сәнәғәте, шулай уҡ умартасылыҡ һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр вәкилдәре. Дөйөм алғанда, ул килеүселәргә үҙ продукцияһының 30-ҙан ашыу яңы төрөн тәмләп ҡарарға һәм һатып алырға мөмкинлек бирәсәк.

— Агросәнәғәт күргәҙмәһендә шулай уҡ «Башҡортостан продукты» республика проекты ҡатнашыусыларының айырым стенды күрһәтеләсәк. Бөгөнгө көнгә был сатырлы бренд 82 тауар етештереүсене берләштерә, — тип өҫтәне Илдар Әмирханов.

Һәр йылдағыса, «АгроКомплекс»ҡа килеүселәргә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, мал аҙығы, ветеринар препараттар, һөт эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн ҡорамалдар, ашламалар һәм орлоҡтар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек, икмәк бешереү, төрөү ҡорамалдары һәм башҡалар.

«Башҡортостан күргәҙмә компанияһы» етәксеһе Альбина Килдеғолова әйтеүенсә, «ВДНХ-ЭКСПО» күргәҙмә комплексының үҙенсәлеге – тәҡдим ителгән ҡорамалдарҙың эштә, нисек эшләүен күрһәтеү мөмкинлеге».

«АгроКомплекс»тың инде традицион бүлектәре булып өлгөргәндәрҙән тыш, быйылғы күргәҙмәгә төбәк дәүләт сәйәсәтенең яҡын йылдарға өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тап килгән бүлектәр индерелгән. Һүҙ, тәү сиратта, ит малсылығын үҫтереү һәм 500 һөт-тауар фермаһын яңыртыу буйынса маҡсатлы республика программалары тураһында бара.

Күргәҙмәнең эшлекле программаһы бай эстәлекле һәм төрлө планлы булыуы көтөлө. Уның дүрт көн эше эсендә 25 сара үткәреү планлаштырылған.

Түңәрәк өҫтәлдәрҙә, семинарҙарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа шунда уҡ бер нисә көнүҙәк мәсьәләне тикшерәсәктәр, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексының инновацион үҫеш перспективалары, прогрессив технологиялар һәм техника, ауыл территорияларын үҫтереү, малсылыҡ, ерҙәр мелиорацияһы һәм малсылыҡ фермаларын модернизациялау.

13 мартта, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы яҡлауында уҙғарылған, дүрт конкурстың еңеүселәрен наградлау уҙасаҡ. Уларҙа ауыл хужалығының бер нисә тармағы буйынса продукцияның иң яҡшы өлгөләрен тәҡдим итәсәктәр: ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлекселек, туҡланыу продукттары, малсылыҡ һәм ветеринария, тип хәбәр иттеләр матбуғат конференцияһы ҡатнашыусылары.