6 декабрь, Шишәмбе

07 март 2014 йыл, 11:00

Георгий Шебаев: «Һаулыҡтың тик 25 проценты ғына һаулыҡ һаҡлау эшенең һөҙөмтәлелегенән тора»

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев республикала уҙғарылған диспансеризация тураһында һөйләне. Был сараның төп идеяһы һәм мөһим бурысы — өс йыл дауамында тикшереү, ауырыуҙарҙы асыҡлау һәм бөтә өлкән халыҡтың һаулығын һаҡлау буйынса кәңәштәр биреү. 2013 йыл йомғаҡтары буйынса диспансеризацияны 650 мең кеше үткән, быйыл дауаханаға Башҡортостандың 740 мең кешеһе барырға тейеш.

— Тикшереүҙәрҙең ойоштороуына һәм нескәлектәренә килгәндә, әлбиттә, медицина учреждениеһына йөкләмә ғәйәт ҙур. Кадрҙарҙың һәм тар белгестәрҙең етмәү проблемаһы шунда уҡ күренә. Һәм бында кем нисек уңа. Әлбиттә, һәр поликлиника етәксеһенең бурысы – эште пациенттар һәм табиптар өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаҫлыҡ итеп ойоштороу, — тип билдәләне министр.

Диспансеризациялау йомғаҡтары буйынса сәләмәттәргә республиканың тик 30 процент халҡын ғына индерергә була.

— Кеше көн һайын поликлиникаға, дауаханаға йөрөүҙән сәләмәт булмаясаҡ, ул унда һаҡланмай. Хатта иң үҫешкән дәүләттә лә халыҡ һаулығының тик 25 проценты ғына һаулыҡ һаҡлау эшенең һөҙөмтәлелегенән тора. Ҡалған барыһы ла – ул эшләү шарттары, йәшәү шарттары, туҡланыу, тәмәке тартыу, спорт менән шөғөлләнеү менән бәйле кешенең ғәҙәттәре. Табиптар диспансеризация барышында сирҙәрҙе асыҡлауҙан тыш, артабанғы йәшәү һәм дауаланыу рәүеше буйынса аныҡ кәңәштәр бирә.

— Диспансеризациянан алған һөҙөмтәләр менән республиканың һәр территорияһы буйынса ауырыуҙар профилен булдырырға, ресурстарҙы һәм теге йәки был йүнәлештә кәрәкле ярҙам концентрацияһын аныҡ планлаштырырға буласаҡ, — тине медицина ведомствоһы башлығы.