3 декабрь, Шәмбе

07 март 2014 йыл, 10:30

2018 йылға республикала ҡан тамырҙары үҙәгенең киң селтәре барлыҡҡа киләсәк

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быйыл республикала төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре селтәренә тағы ла бер үҙәкте Октябрьский ҡалаһында өҫтәргә ниәтләнә. Бының турала матбуғат конференцияһында БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев хәбәр итте.

— Ҡан тамырҙары үҙәге – ул йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын тикшерергә мөмкин булған, кабинетта торған, ябай абстракт ангиограф түгел. Бында билдәле бер логика һалынған. Күкрәк эргәһендә һәм йөрәк тирәһендә ауыртыуға зарланған пациент беренсе «алтын» сәғәт дауамында йәки яҡындағы беренсел ҡан тамыры бүлексәһенә, йәки төбәк үҙәгенә килтерелә. Бында инде тикшеренеү маршруты яҙылған: томографта тикшереү, тибы буйынса мейәлә ҡан әйләнешенең боҙолоуын билдәләү. Иң күбендә дүрт сәғәт ярым эсендә ауырыуға кәрәкле ярҙам күрһәтелергә, тикшеренеүҙәр үткәрелергә һәм артабанғы дауалау планы билдәләнергә тейеш.

Былтырҙан алып төбәк ҡан тамырҙары үҙәге Стәрлетамаҡта, Өфөнөң 21-се, 22-се дауаханаларында һәм кардиологик диспансерында эшләй. Хәҙер республиканың тағы ла бер ҡалаһында ҡан тамырҙары ауырыуы менән пациенттарға ашығыс ярҙам күрһәтеүсе учреждение барлыҡҡа киләсәк.

— 2018 йылға республиканың бөтә территорияһында, халҡыбыҙ өсөн махсус ярҙам яҡын булһын өсөн, бындай үҙәктәр урынлаштырырға планлаштырабыҙ, — тип комментарий бирҙе министр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда халыҡтың үлеме сәбәптәре структураһында беренсе урында нәҡ ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары тора.