11 декабрь, Йәкшәмбе

07 март 2014 йыл, 9:50

Өфөлә ПЭТ-үҙәк һәм күҙәнәкле технологиялар буйынса үҙәк барлыҡҡа киләсәк

автор: Гөлфиә Акулова

Апрель аҙағында Өфөлә ПЭТ-үҙәк эшләй башлаясаҡ, унда республика халҡы яңы томографик аппараттарҙа тулыһынса бушлай тикшеренеү үтә аласаҡ. Был һәм башҡа яңылыҡтар тураһында журналистар менән осрашыуҙа БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев һөйләне.

— Республиканың бөтә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эше нигеҙләнгән, төп документ — 2013-2020 йылдарға «БР һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» оҙаҡ сроклы маҡсатлы программа, — тип хәбәр итте министр.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етди үҙгәрештәр булды. Бер йыл эсендә ҙур булмаһа ла, әммә халыҡтың дөйөм үлеме кәмене, тыуым артты.

— Модернизациялау программаһы ваҡыты эсендә квалификациялы белгес-неонатологтар әҙерләүгә һәм учреждениены кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыуға өлгәштек. Бала табыуҙа ярҙам итеү менән бәйле, медицина өлөшө ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәне. Балалар үлеме 2013 йылғы күрһәткестәр буйынса бер мең иҫән тыуғанға 7,6 тәшкил итте. Был һан планға ҡуйылған «юл картаһында» ундан бер өлөшкә түбәнерәк һәм уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк, — тип билдәләне Георгий Шебаев.

— Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауахана ҡарамағындағы Европа кимәлендәге эшләп килгән яңы бала табыу йорто менән бер рәттән, ағымдағы йылда Октябрьский ҡалаһында перинаталь үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Ай дауамында республиканың төньяҡ-көнсығышында Мәсәғүт ауылында стационар асыласаҡ.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быйыл республикала төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре селтәренә тағы ла бер пункты Октябрьский ҡалаһында өҫтәргә ниәтләнә. Былтырҙан алып бындай үҙәк Стәрлетамаҡта, Өфөнөң 21-се, 22-се дауаханаларында һәм республика кардиологик диспансерында эшләй. Иң күбендә дүрт сәғәт ярым эсендә ҡан тамыры боҙолоуына зарланған пациентҡа бөтә кәрәкле тикшереү эшләнергә һәм артабанғы дауалау планы билдәләнергә тейеш.

Онкологияны диагностикалауға ҡағылғанда, апрель аҙағына Өфөлә Позитрон-эмиссия томография үҙәге эшләй башларға тейеш. Пландар буйынса йылына бында өс мең кешене ҡабул итәсәктәр. Киләсәк медицина учреждениеһының яңылығы – шешкә радиация нуры менән нөктәле тәьҫир итеүсе кибер-бысаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, киләһе йылда трансплантологияны үҫтереү буйынса ла эш дауам ителәсәк, тип билдәләне. 2013 йылда Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханала бауырҙы күсереү буйынса операция уңышлы үтте һәм кардиохирургия диспансерында йөрәктең ике трансплантацияһы уҙғарылды.

— Ағзаларҙы күсереү мөмкинлеге – ул тотош һаулыҡ һаҡлау системаһы эшенең индикаторы. Был өлкәлә Европа кимәлендә медицина ярҙамы күрһәтеүгә өлгәштек, — тип билдәләне Георгий Шебаев.

Министр Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы ҡарамағында күҙәнәкле технологиялар буйынса үҙәк төҙөү планы тураһында ла һөйләне, унда елек күсереү буйынса операциялар үткәреү күҙаллана.