9 декабрь, Йома

06 март 2014 йыл, 18:30

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек баҙарында иң күбеһе йәшелсә ҡиммәтләнә – статистика

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек тауарҙары йыл башынан алып 2,6 процентҡа ҡиммәтләнгән. Күбеһенсә хаҡтар йәшелсәләргә артҡан, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Бына шулай, картуф ғинуар-февралдә өстән бер өлөшкә (30,1 процентҡа) тиерлек артҡан, кәбеҫтә һәм һуған – 1,4 тапҡырға, ҡыяр, кишер, сөгөлдөр – 1,2 тапҡырға. Статистика күҙәтеүе алып барылған йәшелсәләрҙән февралдә помидорға хаҡ төшкән – 9,2 процентҡа.

Һөт, эремсек һәм шәкәр ҡомо үткән айҙа хаҡта артҡан – 1,2 – 2,8 процентҡа, араҡы – 2,7 процентҡа. Шул уҡ ваҡытта ҡош ите, сусҡа ите, бойҙай оно, макарон аҙыҡ-түлеге, көнбағыш майы, һәм тауыҡ йомортҡалары, киреһенсә, арзанайған — 1,1 — 5,5 процентҡа.

Хеҙмәттәр секторында статистиктар эҫе һыу менән тәьмин итеүгә хаҡтың 12,8 процентҡа артыуын билдәләгән. Йолалар хеҙмәтенең айырым төрҙәре лә ҡиммәтләнгән — 12,7 процентҡа.

Башҡортостанда инфляция февралдә 0,6 процент тәшкил иткән, йыл башынан алып – 1,4 процент.