Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Туймазыла өлкән яңғыҙ ҡатындарға «Балалар ҡулдарының йылыһын» бүләк иттеләр

Йәмғиәт

8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Туймазы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса бүлеге сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән оло йәштәге яңғыҙ ҡатындар өсөн «Балалар ҡулдарының йылыһы» акцияһын үткәрҙе.

Райондың балалар-үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре өлкән ҡатындарға үҙ ҡулдары менән эшләгән иҫтәлекле бүләктәр менән барҙы. Балалар үҙ эштәренә өлкәндәргә ҡарата бөтә мөхәббәтте һәм ихтирамды һалырға тырышты. Ҡайһы бер пенсионерҙар, бүләктәрҙе балалар үҙҙәре эшләгәнен белгәс, хатта илап та ебәрҙе.

Балалар әйтеүенсә, байрам хөрмәтенә ябай, әммә шул уҡ ваҡытта матур балалар эштәрен алыусы, өләсәйҙәрҙең бәхетле күҙҙәрен һәм рәхмәтле йылмайыуҙарын күреү ҡыуаныслы ине. Үҫмер туймазылар, күп һынауҙар төшкән кешеләрҙе, үҙҙәренең ҡул йылыларын, вайымлылыҡ бүләк итеп уларҙың кәйефтәрен күтәрә алды, тип билдәләнеләр район хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть