5 декабрь, Дүшәмбе

06 март 2014 йыл, 17:45

Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы иң ҡиммәт иномаркаларҙы атаны

автор: Сергей Захаров

Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы үҙенең рәсми сайтында 3 миллион һумдан алып уртаса хаҡлы еңел автомобилдәр исемлеген урынлаштырҙы, уларҙың хужаларына юғары транспорт һалымы (зиннәтлеккә һалым) түләргә тура киләсәк. Исемлектә күбеһенсә Европа һәм Япония маркалары моделдәре — Aston Martin, Audi, Bentley, BMW, Mercedes-Benz, Volkswagen, Porsche, Nissan, Toyota, Rolls-Royce, Lexus, Maserati, Cadillac, Ferrari, Infiniti, Jaguar, Lamborghini, Land Rover, Hyundai, Jeep.

3 миллион һумдан ҡиммәтерәк автомобилдәргә ҡарата транспорт һалымы өсөн юғары коэффициенттарҙы индергән, законға Рәсәй Президенты 2013 йылдың 23 июлендә ҡул ҡуйған. Һалым кодексына төҙәтмәләр 2014 йылдың 1 ғинуарынан алып үҙ көсөнә инде.

Документҡа ярашлы, 1,4 коэффициентты 3 миллион һумдан алып 5 миллионға тиклем хаҡлы, сығарыу ваҡытынан бер йыл үтмәгән, автомобилдәр өсөн индерелә. 1,3-кә һалым суммаһы, бер йәштән алып ике йәшкә тиклемге, хаҡы ошондай уҡ машиналарға ҡарата арта, ә 1,1-гә – ике йәштән алып өскә тиклемдәргә.

Икеләтә йыйыу, сығарыу ваҡытынан алып биш йылға тиклемге, 5 миллион һумдан алып 10-ға тиклем автомобиль хужаларынан алына. 10-дан 15 миллион һумға тиклем һәм 15-тән ҡиммәтерәк машиналарға ҡарата, әгәр сығырыу ваҡытынан алып был транспорт сараларына тейешенсә 10 һәм 20 йылдан ашыу ваҡыт үтмәһә, һалым өс тапҡырға артҡан.

Зиннәтле автомобилдәрҙең уртаса хаҡын Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы билдәләйәсәк. Уларҙың тулы исемлеге ведомствоның рәсми сайтында һәр йыл һайын, 1 марттан да һуңға ҡалмайынса, баҫыласаҡ.