9 декабрь, Йома

06 март 2014 йыл, 16:51

«Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәк үҙ эштәрен «Арт-Өфө. Кәсептәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-фестивалендә тәҡдим итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ғафури районының «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк халыҡ кәсептәре эштәрен «Арт-Өфө. Кәсептәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-фестивалендә тәҡдим итте. Форумдың төп ҡатнашыусылары оҫталар-кәсепселәр, сувенир продукциялары етештереүселәр, профилле уҡыу йорттары һәм галереялар булды.

Сараның программаһы эсендә күп һанлы оҫталыҡ кластары булды, улар – ағаста һүрәт төшөрөү һәм уны һырлыу, һыуыҡ батик техникаһында туҡыманы биҙәү, көршәк яһау эше, гобелен рамаһында ҡул менән туҡыма туҡыу, селтәр энәһе менән селтәр бәйләү, сигенеү, тал сыбығынан төрлө нәмәләр үреү, ҡурсаҡтар эшләү, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу һәм быялала витраж рәсеме эшләү.

«Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге башҡорт балаҫтары, музыка ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ, думбыра; талдан үрелгән әйберҙәр, Красноусольскиҙан ландшафт һәм сувенир продукцияһы күргәҙмәһе тәҡдим итте. Тарихи-мәҙәни үҙәктең оҫталары эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн киң мөмкинлеккә эйә булды.

Күргәҙмә-фестиваль төбәк һәм Рәсәй баҙарҙарында халыҡтың художетсво һөнәрҙәре һәм Башҡортостандың кәсептәре продукцияһын популярлаштыру һәм алға этәреү маҡсатында, шулай уҡ алдағы ШОС һәм БРИКС саммитары ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн сувенирҙар һәр бүләктәр төрлөлөгөн һайлау өсөн уҙғарыла. Форум ҙур эшлекле программанан тора. Ҡараласаҡ мәсьәләләр араһында – халыҡ художество кәсептәренең заманса торошо һәм милли мәҙәниәтте һаҡлау. Сара бурыстары иҫәбендә – Башҡортостандың милли художество кәсептәре традицияларын һаҡлау буйынса закондар инициативаһын ҡарау.

Район делегациялары етәкселәре республикала халыҡ художество һөнәрҙәрен һәм кәсептәрен популярлаштырыу һәм киң таратыу өсөн үҙ тәҡдимдәрен әйтте.