9 декабрь, Йома

06 март 2014 йыл, 16:00

Республикала яҙғы ташҡын буйынса яҡынса прогноз бирҙеләр

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Быйылғы ташҡын ваҡытында Башҡортостандың төп йылғаларының максималь кимәле уртаса күп йылдар билдәһе сигендә көтөлә, тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат конференцияһында Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиттең мониторингы буйынса идаралыҡ начальнигы Вилора Горохольская. Белгестәр алдағы ташҡынға яҡында прогноздар төҙөгән.

Башҡортостан Гидрометеорология етәксеһе хәбәр итеүенсә, тупраҡтың көҙгө дымлылығы был миҙгелдә норманан 25 процентҡа күберәк. Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар һаҡламы норманан 10-50 процентҡа артығыраҡ. Тупраҡтың туңыуы норманан 30-35 сантиметрға түбәнерәк. «Был фактор, моғайын, һыуҙың әкренләп һәм тиҙ китеүенә тәьҫир итәсәк. Йыш ҡына ҙур кимәле ерҙең тәрән туңыуы арҡаһында китә алмай оҙаҡ тора», — тип аңлатты Вилора Горохольская.

Мартта Цельсий буйынса минус 7 – минус 4 градус нормаһында норманың бер градусҡа бейегерәк уртаса температура күҙаллана. «Температураның байтаҡ күтәрелеүен көтмәйбеҙ. Яуым-төшөмгә килгәндә. 12-13 марттан алып төбәк себер антициклоны тылында булыуы ихтимал. Әлеге прогнозда йылының артыуы һәм ҡар, һуңынан ямғыр яуыуы. Апрель Башҡортостанда норманан ике градусҡа бейегерәк һәм яуым-төшөм 10-20 процентҡа норманан күберәк булыуы көтөлә», — тип аңлатты Башҡортостан Гидрометеорология начальнигы.

Гидрологтарҙың анализына ярашлы, быйылғы ташҡындың «баштағы мәғлүмәттәре» 1992 һәм 1998 йылдарҙың яҙына тап килә. «1992 йылда Өфөлә Ағиҙелдең кимәле 614 см тәшкил итте, 1998 йылда – 707. Ташҡындың барышы күп шарттарҙан тора, айырыуса, яҙҙың ниндәй дуҫ булыуынан. Температураның ҡапыл артыуы һыу кимәленең кинәт күтәрелеүенә килтерәсәк», — тип комментарий бирҙе синоптик.

Баштағы прогноздарға ярашлы, Өфөлә Ағиҙелдең кимәле 670-770 см сиктәрендә булыуы көтөлә, ул норманан 10 сантиметрға әҙерәк. Баш ҡаланың түбәндәге участкаларын 720 см кимәлендә һыу баҫа.

Стәрлетамаҡта Ағиҙелдең кимәле, яҡынса, 390-490 см тәшкил итәсәк – норманан 50 сантиметрға түбәнерәк. Шуға ҡарамаҫтан, ҡаланы Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары ярҙарынан сыҡҡан осраҡта һыу баҫыуы ихтимал. Бөрөлә Ағиҙел 680-770 см кимәленә тиклем күтәреләсәк, ул норманан 10 сантиметрға юғарыраҡ. Бөрөнө һыу баҫыу көтөлмәй. Бөтә факторҙарҙы иҫәпкә алғанда, йылғаларҙа боҙ тығындары булыуы ихтимал. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы начальнигы Валерий Хисаметдинов билдәләүенсә, тығындарҙың урындары ведомство хеҙмәткәрҙәренә яҡшы билдәле. Ташҡын эҙемтәләрен иҫкәртеү буйынса бөтә эш системалы, алдан раҫланған план буйынса алып барыла, тип билдәләне эске хеҙмәт полковнигы.

Ташҡын-2014 буйынса асыҡланған прогноз 25 мартта төҙөләсәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Гидрометеорология начальнигы.

темалар: ташҡын