4 декабрь, Йәкшәмбе

06 март 2014 йыл, 15:05

Башҡортостан кинематографистары «Етегән» яңы музыкаль фильмды тәҡдим итте

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

«Родина» кинотеатрында Башҡортостан режиссеры Айсыуаҡ Йомағаловтың «Етегән» фильмының премьераһы үтте.

— Фильмды ҡарағандан һуң, һеҙ күккә икенсерәк ҡарарһығыҙ тип ышанам. Һәм Етегән йондоҙлоғон күргәс тә беҙҙең картинаны иҫкә аласаҡһығыҙ, — тип башланы премьера алдынан журналистар менән осрашыуҙы фильмдың продюсеры һәм операторы Рияз Исхаҡов.

Башҡорт мюзиклының нигеҙендә – башҡорттарҙың мәжүси булып, Тәңре аллаһына табынған осорҙа йәшәгән, ете ҡыҙ тураһында риүәйәт. Фильмда ете төрлө ҡатын-ҡыҙҙың тормошсан, ауыр һәм ҡайғылы тарихы күрһәтелгән. Улар иң билдәле башҡорт йырлы риүәйәттәре менән нығытылған һәм биҙәлгән. Улар араһында «Таштуғай», «Алпамыша», «Маһисәрүәр», «Бала ҡарға». Бөтәһе йыр моңдары – 13, һәм тап улар – музыкаль фильм өсөн идеялар сығанағы. Рияз Исхаҡов «Етегән»де өлөшләтә тауышһыҙ киноға тиңләй. «Фильмға өйрәнеп китергә кәрәк, ул ғәҙәти түгел»,— тип билдәләй картина операторы.

Төп ролдәрҙе башҡарҙылар: профессиональ актриса Айһылыу Йомағолова, йәш йырсы Лиана Хәбибуллина, Алтынай Бурина, Сибайҙан артист Дания Ғөбәйҙуллина, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Регина Баракова, Нәркәс Ғәйфуллина һәм Венера Аширова.

— Фильмда иң мөһиме шул дәүергә сумыу, образдарға инеп китеү булды, — тип һөйләй ҡыҙҙар.

Төп ролдәргә актрисаларҙы һайлау процесы шулай уҡ был принципта нигеҙләнде. Кастингта ҡыҙҙарҙы юрый башҡорт милли кейемдәрен кейеүҙәрен һораныҡ, тип һөйләй фильмды тыуҙырыусылар.

— Беҙгә атта йөрөргә, йәйәнән атырға өйрәнергә тура килде, һуғыштың сәхнәләренә лә репитиция яһаныҡ. Ҡайһы берҙә беҙҙе дублерҙар алмаштырҙы, — тип фильмға төшөү тураһында ентекләберәк һөйләне Регина Баракова.

БР Әбйәлил районының Ташбулат ауылы клубы фильм төшөрөү ваҡытында ысын киностудияға әйләнде.

— Беҙгә ауыл халҡы ла ярҙам итте: урындағы һыбайлы ҡыҙҙар ҡайһы берҙә геройҙарҙы алмаштырҙы, өләсәйҙәр боронғо ҡомартҡыларҙы килтерҙе. Халыҡ ижадына тәрәнерәк сумыу минең өсөн ҡыҙыҡлы булды, — тип билдәләне режиссер Айсыуаҡ Йомағолов.

Фильмда бөтәһе 150 самаһы кеше ҡатнашты, улар араһында киң танылған Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле, «Арғымак» этно-рок төркөмө, актерҙар, каскадерҙар. Ата-бабаларыбыҙҙың көнкүрешен, уларҙың нигеҙҙәрен һәм йолаларын күрһәткән иллеләгән декорация ҡоролдо.

— Фильмға өс миллион һум тотонолдо, уларҙан ике миллионы – президент гранты. Ҡалғаны – бағыусыларҙың ярҙамы, — тип аңлатты картина продюсеры.

Башҡорт милли колориты менән бергә, «Етегән» фильмы оператор эшенең сифаты менән билдәләнә.

— Ҡайһы бер сәхнәләр һыу аҫтында барҙы, былар барыһы ла, әлбиттә, павильондарҙа төшөрөлдө. Ә бына Яҡтыкүл күлендә легендар «Ете ҡыҙ» бейеүен һыу өҫтөндә төшөрҙөк, — тип аңлатты Рияз Исхаҡов. — Сер менән уртаҡлашам: һыу ятҡылығында бер метр бейеклектә киң сәхнә төҙөнөк. Һыу – ул боронғо башҡорт ҡараштарының айырылғыһыҙ өлөшө. Фильмдың бөтә нескәлектәре «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» башҡорт эпостарында сағылыш тапҡан, — тип өҫтәне продюсер.

Фильмда тәҡдим ителгән йыр риүәйәттәре берҙәм сюжет линияһына – үлгәндән һуң ҡыҙҙарҙың күккә осоуы һәм, хәҙер беҙ Етегән йондоҙ тип йөрөткән, ете йондоҙға әүерелеүе йыйылған.

Шулай уҡ фильм операторы Рияз Исхаҡов музыкаль фильмды боронғо башҡорт ҡатындарының күкрәккә тағып йөрөгән биҙәүес һаҡал-түшелдерек (ҡашмау-һаҡал) менән сағыштыра.

— Башҡорт ҡатындары өсөн һаҡал-түшелдерек биҙәүес тә, ҡатлам билдәһе лә, һуғышта һайман да булған. Эшләп уға көмөш тәңкәләрҙе теҙгәндә, ҡыҙҙар бөтә күңелдәрен һалған. Шундай принцип буйынса кинобыҙҙы ла йыйҙыҡ – кадр артынан кадр, сәхнә артынан сәхнә, — тип һөйләй картина авторҙарының береһе.

Башҡорт риүәйәттәре, халыҡ йырҙары хәҙер берҙәм епкә – «Етегән» нәфис музыкаль фильмға йыйылған. Яҡын ваҡыт арауығында картина тамашасыларға тәҡдим ителәсәк. Мартта «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә күрһәтеләсәк. Шулай уҡ фильмды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары ҡарай аласаҡ.