Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡала урамдары буйлап яңы 11 троллейбус йөрөйәсәк

Иҡтисад

«Өфө ҡалаһының электр транспорты идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы 6 мартта үҙ ҡарамағына БТЗ-52763 маркалы яңы 11 троллейбус аласаҡ. Улар бөтәһе лә – Башҡортостан троллейбус заводы производствоһынан.

— Яңы троллейбустар ҡаланың көньяҡ өлөшөнә маршрутҡа йүнәләсәк, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң муниципаль электр транспорты идаралығы баш инженеры Сәғит Камалов. — Салондар түбән иҙәнле, ул троллейбуста сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарға йөрөргә мөмкинлек бирәсәк. Бер троллейбустың хаҡы – 9,09 миллион һум.

Муниципаль электр транспорты идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта Өфөлә 210 троллейбус һәм 150 трамвай йөрөй, уларҙың күбеһе алмаштырыуҙы талап итә. Троллейбус паркының туҙыуы 70 процент, трамвайҙың 90 процент тәшкил итә.

Теги: транспорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть