8 декабрь, Кесе йома

05 март 2014 йыл, 16:54

Башҡортостандың көньяҡ райондары халҡы урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһына инде

автор: Алик Шакиров

Бөтә донъя банкы Башҡортостандың Урал аръяғында муниципаль берәмектәрҙә урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү буйынса проектты ғәмәлгә ашыра. Был программа сиктәрендә Бөтә донъя банкы эксперттары өс көньяҡ районы – Йылайыр, Ейәнсура һәм Хәйбулла биләмәләре башлыҡтары һәм инициативалы халыҡтар төркөмдәре өсөн тренингтар үткәрҙе. Һәр ауыл биләмәһе территорияһында проблемалар бар. Бөтә донъя банкы менән тормошҡа ашырылған, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү буйынса программа был проблемаларҙы асыҡлауға һәм уларҙы бөтөрөүгә, граждандарҙың иң мөһим талаптарын хәл итеүгә йүнәлтелгән. Башҡа программаларҙан был программаның етди айырмаһы – ул халыҡтың әүҙем ҡатнашлығында бойомға ашырыла.

Беренсе һәм, бәлки, программаның иң мөһим этабы ауыл халҡы өсөн иң мөһим булып торған өҫтөнлөклө объектты һайлау өсөн халыҡтың йыйылышын үткәреүҙе күҙаллай. Йылайыр районында бөгөнгө көнгә вәкәләтле органдар бөтә ауыл биләмәләрендә халыҡ менән осрашыу ойошторған. Йыйылыштарҙа һәр ауыл биләмәһе халҡы урындағы үҙидара органдары менән бергә был проект ярҙамында хәл итә алырлыҡ өҫтөнлөктәрҙе һәм проблемаларҙы билдәләне. Был дөйөм алғанда юлдарҙы һәм ундағы ҡоролмаларҙы, инженер инфраструктураһын, социаль учреждениеларҙы ремонтлау; зыяраттарҙы, мемориалдарҙы рәтләү; балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөү, ремонтлау һәм йыһазландырыу; контейнер майҙансыҡтарын ҡороу; ҡалдыҡтар һәм сүп-сар йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйыу кеүек инициативалар.

Ауыл биләмәләре халҡы проектта бергәләп ҡатнашырға һәм уны бергәләп финанслауға үҙ ризалыҡтарын бирҙе. Программа халыҡтың ысын өҫтөнлөктәрен асыҡларға һәм тиҙ ваҡытта иң киҫкен социаль проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге бирә, тип хәбәр итте Йылайыр районы хакимиәтенең мәғлүмәт эше бүлеге начальнигы Флүрә Сарбаева.