Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Түрә һөнәрен алмаштыра» проектында БР буйынса Дәүләт техник күҙәтеү башлығы ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда 6 мартта «Түрә һөнәрен алмаштыра» проектының сираттағы этабы уҙасаҡ. Йыл башынан алып проекттың дүртенсе ҡатнашыусыһы Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Ринат Ғәлимов буласаҡ.

Ул йәмәғәтселеккә ауыл хужалығы машинаһын ремонтлау буйынса слесарь оҫталығын күрһәтәсәк. Акция «Үҙәк» машина-трактор станцияһы предприятиеһының Ҡырмыҫҡалы филиалында, Олокүл ауылында үтәсәк.

— Бөгөнгө көнгә механизатор һөнәре хеҙмәт баҙарында иң талап ителгәндәрҙең береһе булып тора, — тип билдәләне БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Тағы ла ҙур актуаллекте ул алдағы яҙғы баҫыу эштәре сәбәпле ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр старт алған «Түрә һөнәрен алмаштыра» проектының инициаторы булып төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тора.

Уның төп маҡсаты – йәштәрҙең иғтибарын эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть