11 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2014 йыл, 15:12

Республикала «Милләт йәшлеге» Рима Баталованың Йәмәғәт премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды «Милләт йәшлеге» I йәмәғәт премияһына дәғүә итеүгә республика конкурсына старт биреү тураһында иғлан итте.

Йәмәғәт премияһы 13 тапҡыр Паралимпия уйындары еңеүсеһе, 18 тапҡыр күп тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, еңел атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты вице-президенты Рима Баталова исемен йөрөтә.

Конкурс Сочи-2014-тә XI Паралимпия уйындарына арналған һәм мөмкинлектәре сикләнгән иң яҡшы спортсыларҙы, тренерҙарҙы, ғәрип бала менән йәш спорт ғаиләләрен, шәфҡәт күрһәтеүселәрҙе, шулай уҡ инвалидтарҙың проблемаларын яҡтыртыусы киң мәғлүмәт сараларын асыҡларға мөмкинлек бирәсәк. Еңеүселәр ете номинация буйынса билдәләнәсәк, улар бындай: «Йыл асышы», «Сикһеҙ спорт», «Паралимпия спорты өмөтө», «Еңеү сере», «Чемпионды тәрбиәләү», «Йөрәк саҡырыуы буйынса», «Асыҡ ҡараш».

Йомғаҡтар яһау һәм наградлау тантанаһы 4 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында үтәсәк. Тантаналы сарала донъя спорты йондоҙҙарының ҡатнашыуы көтөлә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявканы тултырып уны fond.batalova@gmail.com электрон адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Заявкалар 2014 йылдың 20 мартына тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 276-20-36.