10 декабрь, Шәмбе

05 март 2014 йыл, 14:22

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында нәфис фильм төшөрәсәктәр

автор: Лиана Хәммәтова

Өфө кинематографистары Бөйөк Ватан һуғышы тураһында нәфис фильм төшөрөргә планлаштыралар. Авторҙарҙың идеяһы буйынса фильмдың нигеҙенә Волга буйы һәм Уралдың әсиргә алынған татар, башҡорт, урыҫ һәм башҡа халыҡтарҙан вермахт легиондарының береһендә формалашҡан 825-се батальон — «Idel-Ural» — тарихы һалынасаҡ.

— 825-се батальон «феномены» — Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң ҡаршылыҡлы биттәрҙең береһе, — тип һөйләй проекттың авторы, кинорежиссер Айсыуаҡ Йомағолов. — Уға иғтибар бирмәҫкә хоҡуғыбыҙ юҡ.

Фильмды төшөрөү ғәйәт ҙур дата – Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан планлаштырылған. Әлеге ваҡытта кинематографистар проектты финанслауға сығанаҡтар эҙләй.

— Был һуғыш драмаһы, тарихи кино, бындай проекттар өсөн ярашлы ҡеүәттәр кәрәк, — ти Айсыуаҡ Йомағолов. — Дәүләт ярҙамы кәрәк, унһыҙ булмай. Республика Президенты булышлығына өмөтләнәбеҙ. Грантҡа икенсе тапҡыр заявка бирҙек.

Айсыуаҡ Йомағолов әйтеүенсә, проект әхлаҡи ярҙам алды. Уны Станислав Говорухин, Никита Михалков, Карен Шахназаров хупланы.

Тулыраҡ «Электрон гәзиттә» уҡығыҙ.

темалар: кино