Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рим Хәсәнов Өфөлә яңы йырҙарын тәҡдим итәсәк

Мәҙәниәт

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ижади кисәһен Башҡорт дәүләт педагогия университетында күренекле композитор Рим Хәсәнов уҙғара. Өфөнөң заманса залдарының береһендә уҙасаҡ, концерт яңы йырҙарҙан һәм киң танылған шлягерҙарҙан торасаҡ. Байрам һәм үҙенең тыуған көнө алдынан мэтр яңы йырҙарын, шул иҫәптән немец телендә лә, тәҡдим итәсәк. Башҡорт дәүләт педагогия университетының 400 урынлыҡ яңы залы заманса тауыш һәм ут аппаратуралары менән йыһазландырыған, иҫ киткес аккустикаға эйә, улар концерттарҙы иң юғары кимәлдә уҙғарырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә вуздың матбуғат хеҙмәте.

Рим Хәсәнов – күренекле композитор, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР-ҙың Композиторҙар союзы ағзаһы булды, Ғабдулла Туҡай исемендәге Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты. Рим Хәсәновтың әҫәрҙәре заманса музыка сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Уның йырҙарын Алһыу, Фидан Ғафаров, Рөстәм Асаев, Нурия Ирсаева кеүек популяр эстрада артистары башҡара.

Үҙенең ижади карьераһы эсендә Башҡорт дәүләт академия драма театрында 70-тән ашыу спектаклде биҙәгән, Стәрлетамаҡ һәм Сибай башҡорт драма театрҙарының спектаклдәре өсөн йырҙар яҙған, шул иҫәптән Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей», «Эй, яҙмыш, яҙмыш» пьесалары буйынса спектаклдәргә. Ул шулай уҡ «Стәрлетамаҡ» һәм «Алтын атлы һыбайлы» фильмдарына, «Ҡурай тураһында легенда» фильм-балетына музыка, «Прометей» симфоник поэма, «Сибай» сюитаһы, «Башҡортостан» кантатаһы, шулай уҡ 400-ҙән ашыу йыр яҙған, уларҙың күбеһе милли башҡорт шлягерҙары булып һанала.

Концерт 6 мартта 16 сәғәт 30 минутта башлана, инеү бушлай. Концерттан һуң бөтәһен дә рәсми булмаған әңгәмә көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть