Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Туймазы ҡалаһы Рәсәйҙә иң төҙөкләндерелгәндәрҙең береһе булып билдәләнде

Йәмғиәт

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм муниципаль берәмектең төҙөклөгөн арттырыу буйынса эшкә «Рәсәйҙең иң етеш ҡала (ауыл) биләмәһе» бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Туймазы ҡалаһы БР Төбәк үҫеше министрлығының Почетлы дипломы менән бүләкләнде.

Туймазы районы хәкимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың бөгөнгө бөтә уңыштары һәм ҡаҙаныштары – ул урындағы властың күрһәткән хеҙмәте, шулай уҡ ҡаларын ысынлап та яратыусы һәм уны таҙараҡ һәм матурыраҡ итергә теләүсе уның халыҡының да. Урамдарҙы һәм скверҙарҙы таҙартыу буйынса экологик өмәләр үткәреү, ҡаланың мәҙәниәт һәм ял парктарында ағастар ултыртыу Туймазыла яҡшы йолаға әүерелгән.

Туймазының тышҡы ҡиәфәте йыл һайын үҙгәрә. 2013 йылда төҙөлгән «Туймазы-Арена» боҙ комплексы, күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге, Ҡояшҡай биҫтәһендә балалар баҡсаһы ҡаланың ысын биҙәгенә әйләнде.

Ҡала халҡына һорау биреү буйынса, ул йылдан йыл йәшәү өсөн етешерәк һәм уңайлыраҡ була бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть