Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Вакансиялар йәрминкәһендә Өфө йәштәренә 500 буш эш урыны тәҡдим ителәсәк

Иҡтисад

500 тирәһе буш эш урыны 6 мартта Өфөлә йыл башынан алып икенсе йәштәр вкансиялар йәрминкәһендә тәҡдим итәсәктәр, уның ойоштороусыһы булып ҡала халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте сығыш яһай.

Унда йәштәр иҫәбенән кадрҙарҙы, шул иҫәптән эш тәжрибәһе булмағандарҙы, һайлап алыуға йүнәлтелгән преждприятиелар һәм ойошмалар ҡатнашасаҡ, тип аңлаттылар Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Вакансиялар һайлап алыуҙан тыш, Өфө мәшғүллек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре резюме төҙөү буйынса хеҙмәттәр күрһәтәсәк, эшмәкәрлек йүнәлешен һәм һөнәри белем алыуҙы һайлау мәсьәләләрендә профессиональ ориентация буйынса айырым консультация үткәрәсәк.

Теләүселәр хеҙмәт баҙарында үҙеңде файҙалы тотоу буйынса оҫталыҡ кластарында ҡатнаша ала, шулай уҡ профессиональ әүәҫлек, ҡыҙыҡһыныуҙар һәм шәхси сифаттарҙы билдәләү өсөн компьютерҙа тест үтеп була.

Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһен үткәреү урыны һәм ваҡыты: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1, 15 сәғәттән алып 17-гә тиклем.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть