11 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2014 йыл, 9:38

Өфө бюджетының табышы 2013 йылда 22 процентҡа – 23,2 миллиард һумға тиклем артҡан

автор: Эльвира Латипова

Өфө бюджетына 2013 йылда 23 227 миллион һум табыш ингән, ул 2012 йылдың табышынан 22 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Сығымдар 23 482 миллион һумға финансланған.

Ҡала ҡаҙнаһының һалым һәм һалым булмаған табышы 11 миллиард һум тирәһе тәшкил итте – 2012 йыл кимәленән 17 процентҡа күберәк.

Белгестәр ыңғай динамиканы, атап әйткәндә, 20 проценттан алып 22-гә тиклем ҡала бюджетына физик шәхестәрҙең табышына һалымдарға бүлемдең норматив артыуы менән аңлата. Ул физик шәхестәрҙең табыштарына һалымдан (НДФЛ) керемдең үҫешен 796 миллион һумға тәьмин итте. Уртаҡ табышҡа һалым буйынса керем 13 процентҡа үҫте. Ул һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы (норматив буйынса 10 процент) буйынса алынған һалымдың ҡала округтары бюджеттарына тапшырыу һөҙөмтәһе. Милеккә һалым буйынса керемдәр 29 процентҡа артты – ерҙәрҙе функциональ файҙаланыу төрҙәре буйынса ер һалымы ставкаларын арттырыу иҫәбенә.

Юғарыла әйтелгән бюджеттарҙан 2013 йылда 12 223 миллион һум ингән – 2012 йылға ҡарағанда 26 процентҡа күберәк. Уларҙан 7,47 миллиард һумы – субсидиялар, 4,5 миллиарды – субвенциялар. Дөйөм алғанда улар ҡала кимәленә вәкәләттәр биреүҙе үтәү өсөн тәғәйенләнгән.

Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, һуңғы ике йылда бюджеттың табышы 6 миллиард һумдан ашыуға үҫкән. Ул ҡаланың социаль мөһим программаларын тулы күләмдә финансларға мөмкинлек бирҙе. Ҡала бюджеты сығымдарының 70 проценты – ул мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, мәҙәниәткә, спортҡа, социаль сәйәсәткә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа һәм төҙөкләндереүгә сығымдар.