10 декабрь, Шәмбе

05 март 2014 йыл, 9:00

Башҡортостанда байрам көндәрендә Рәсәй Почтаһының эш режимы үҙгәрә

автор: Розалия Вәлиева

Рәсәй Почтаһының республика бүлексәләрендә байрам көндәрендә эш режимы үҙгәрә, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Йома, 7 мартта, бөтә почта бүлексәләренең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Шәмбе, 8 мартта, республиканың бөтә почта бүлексәләре ял итәсәк.

Йәкшәмбе, 9 мартта, йәкшәмбе эш көнө булып торған почта элемтәһе бүлексәләре генә асыласаҡ, ҡалғандары өсөн был көн ял буласаҡ.

10 мартта бөтә почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй башлаясаҡ.