Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ит йәрминкәләрендә Өфөлә ауыл халҡы 34 миллион һумға яҡын продукция һатҡан

Иҡтисад

Үткән ял көндәрендә Өфөлә уҙған ит йәрминкәләрендә ауыл халҡы 33,7 миллион һумлыҡ продукция һатҡан.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәләрҙә республиканың 28 районынан тауар етештереүселәр ҡатнашты. Ике йәрминкә көнө эсендә Башҡортостандың баш ҡалаһында бер мең тирәһе сауҙа урыны ойошторолдо.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек тауарҙарын үҫтереү бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, йәрминкәләрҙә бер килограмм һыйыр итен 220-290 һумға, сусҡа итен – 150-250-гә, һарыҡ итен – 250-290-ға, йылҡы итен 200-280 һумға һатып алырға була ине.

Ҡаҙ итенә хаҡтар бер килограмына 250-нән алып 300-гә тиклем үҙгәрҙе, өйрәккә – 160 алып 300-гә тиклем, тауыҡҡа – 150-нән алып 200-гә тиклем, күркәнең бер килограмм итен 300 һумға алырға була ине.

Республиканың бренд продукты – башҡорт балы – өфөлөләргә килограмы 200-350 һумға тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть